Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
27 Ғинуар 2023, 10:36

Башҡорт батальондарының рухи остаздары йәнә алғы һыҙыҡҡа юллана

Башҡортостан батальондарының рухи остаздары протоиерей Викторҙың һәм Хәмзә хәҙрәттең отпускыһы тамамлана. Тиҙҙән улар хәрбиҙәрҙең рухын күтәреү өсөн йәнә махсус хәрби операция зонаһына юллана. Был хаҡта үҙенең телеграм-каналында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.

Башҡорт батальондарының рухи остаздары йәнә алғы һыҙыҡҡа юллана
Башҡорт батальондарының рухи остаздары йәнә алғы һыҙыҡҡа юллана

«Беҙҙең ҡәҙерле Хәмзә хәҙрәт һәм протоиерей Виктор ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң йәнә алғы һыҙыҡҡа китергә йыйына. Хоҙай һаҡлап йөрөтһөн бер үк уларҙы һәм беҙҙең яугирҙәрҙе!» - тип яҙҙы республика етәксеһе.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 2022 йылдың көҙөндә дин әһелдәре махсус хәрби операция барған урынға юлланды. Декабрь аҙағында улар Башҡортостанға ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡайны. Форсаттан файҙаланып, «Башинформ» протоиерей Викторҙан һәм Хәмзә хәҙрәттән эксклюзив интервьюлар алды.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: