Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
2 Февраль 2023, 14:16

Бөгөн Сталинград өсөн хәл иткес алыш тамамланыуға 80 йыл тула.

Икенсе Бөтә донъя һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында бөйөк боролош осоро булараҡ теркәлгән Сталинград ҡан ҡойошо 1942 йылдың 17 июлендә башланып китә. Вермахт ғәскәрҙәре ҡаланың төньяғындараҡ урынлашҡан Иҙел йылғаһына уҡ үтеп инә. 125 көн дауамында ҡан ҡойғос бәрелештәр бара. 

Бөгөн Сталинград өсөн хәл иткес алыш тамамланыуға 80 йыл тула.
Бөгөн Сталинград өсөн хәл иткес алыш тамамланыуға 80 йыл тула.

Һәр урам һәм һәр йорт йөҙләгән, меңләгән ҡорбандар менән яулап алына. Вокзал бинаһы ғына ла 13 тапҡыр ҡулдан-ҡулға күсә. Ҡала емерелә һәм кирбес ватыҡтарынан, ваҡ таштарҙан, тимер-томор өйөмдәренән торған урынға әүерелә. Бәрелештәр һөҙөмтәһендә дошмандың хәл иткес һөжүм төркөмө лә көсһөҙләнә. 19 ноябрҙән иһә бөйөк боролош башлана: совет ғәскәрҙәре һөжүмгә күсә. Сталинградты һаҡлап ҡалыу ғына түгел, фашистарҙың 300 мең кешенән торған дивизияһы ла ҡамап алына һәм юҡ ителә.

1943 йылдың 2 февралендә Иҙел буйындағы ҡала өсөн һуғыштар совет ғәскәрҙәренең еңеүе менән тамамлана. Фашистар Сталинград һуғышында бер мең ярым миллион хәрбиҙәрен юғалтһа, Совет Армияһының бер миллионға яҡын һалдаты һәм гражданы һәләк була.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: