+19 °С
Болотло
«Башинформ» агентлығының өҙөмтә килтереү индексы 435,77 кимәленә етте. Икенсе урында — 313,12 күрһәткесе менән киң мәғлүмәт сараһы, рейтингтың өсөнсө баҫҡысында — 184,38 индексы менән интернет-портал.
Бынан алдараҡ мәғлүмәт агентлығы 2021 йыл йомғаҡтары буйынса иң күп өҙөмтә килтерелә торған киң мәғлүмәт сараһы тип танылғайны.
Рейтинг «Медиалогия» системаһының киң мәғлүмәт саралары нигеҙендә төҙөлгән. Ул үҙенә 81 меңдән ашыу сығанаҡты индерә: ТВ, радио, гәзит-журналдар, мәғлүмәт агентлыҡтары, интернет киң мәғлүмәт саралары.