Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
2 Февраль 2023, 17:57

Өфөлә «Рәсәй саңғы юлы — 2023» ярышы ойошторола

Өфөлә «Рәсәй саңғы юлы — 2023» Бөтә Рәсәй ярышы уҙғарыла, тип хәбәр иттеләр Республикаға идара итеү үҙәгенән баш ҡаланың Октябрь районы хакимиәтенең социаль селтәрҙәге яҙмаһына һылтанма менән.

Өфөлә «Рәсәй саңғы юлы — 2023» ярышы ойошторола
Өфөлә «Рәсәй саңғы юлы — 2023» ярышы ойошторола

Ярыштар ике этапта үткәрелә. 9 февралдә М.Ғафури исемендәге паркта мәктәп, колледж, вуз, предприятие һәм ойошмаларҙың командалары, шулай уҡ теләге булған һәр кем 1,5 саҡрым араны үтергә тейеш. Өлкән йәштәгеләрҙе өсөн айырым ярыш көтә. Бынан тыш, бында ГТО нормаларын тапшырырға мөмкин. Көндөҙгө сәғәт 3-тә башлана.

Икенсе этап, 11 февралдә, Комаров урамындағы биатлон буйынса олимпия резервындағы спорт мәктәбендә ойошторола. Унда район ярыштарында еңеүселәр ҡатнаша.

Шарттары һәм ғариза өлгөһө һылтанма буйынса баҫылған.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: