Яңылыҡ
7 Февраль 2023, 07:18

Мия, Христос, Клеопатра: республикала йәшәүселәр балаларына ниндәй исемдәр ҡуша

Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетынан 2022 йылда республикабыҙҙа ата-әсәләрҙең сабыйҙарына ниндәй исемдәр һайлағанын хәбәр иттеләр.

Мия, Христос, Клеопатра: республикала йәшәүселәр балаларына ниндәй исемдәр ҡушаМия, Христос, Клеопатра: республикала йәшәүселәр балаларына ниндәй исемдәр ҡуша
Мия, Христос, Клеопатра: республикала йәшәүселәр балаларына ниндәй исемдәр ҡуша

Былтыр иң күп ҡушылған ҡатын-ҡыҙ исемдәре: Әминә, Ева, Амелия, Арина, София, Эмилия, Йәсминә, Алиса, Милана, Виктория.

Малайҙар араһында Әмир, Артем, Тимур, Матвей, Эмир, Марк, Мирон, Роман, Давид, Михаил исемдәре популяр.

Ҡыҙҙарға һирәк ҡушылған исемдәр: Лара, Илайда, Клеопатра, Элис, Синам, Калепси, Ноэми, Джамила, Виона, Октавия, Мия, Арья.

Һирәк осраған ир-егет исемдәре: Федор, Андреас, Аҡмал, Туран, Христос, Аксель, Джастин, Арис, Николаус, Сэмоэль, Нив, Раффаэле.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас