

Бөгөн Күмертау ҡалаһында республиканың район-ҡалаларынан финал уйындарға үткән 20 команда көс һынашты. Рәсәй Геройы М. Шайморатовтың вариҫтарына төрлө һынауҙар үтергә тура килде. Беҙҙең уҡыусылар һынатманы. Һөҙөмтәлә, Ейәнсура шайморатовсылары 2-се урынға лайыҡ булды!
Афарин, уҡыусылар! Шулай уҡ уларҙы әҙерләп алып барған етәкселәре Гөлбаныу Ирек ҡыҙы Исмәғилеваға, Альбина Мөхәррәм ҡыҙы Уразаеваға һәм Анзур Хәлим улы Сырлыбаевҡа ҙур рәхмәт!