Яңылыҡ
18 Февраль 2023, 06:06

Шатуновҡа һәйкәл ҡасан һәм ҡайҙа ҡуйыласаҡ?

"Ласковый май"ҙың солисы Юрий Шатунов менән төркөмдөң ойоштороусыһы Сергей Кузнецовҡа һәйкәл эшләнә башлаған

Миллиондарҙың кумиры Юрий Шатунов остазы Сергей Кузнецов менән Ырымбурға "ҡайтасаҡ". Сентябрҙә, йырсының тыуған көнөндә асырға планлаштырылған һәйкәлдең макеты әҙер.

Был бейек, 2 м-ҙан дә түбән булмаған скульптура Ырымбур ҡалаһында, Химическая һәм Регенераторная урамдары киҫелешендә, Шатунов тәрбиәләнгән балалар йортона яҡын урынлаштырыласаҡ.

Скульптор Александр Сукманов макетты әлегә пластилиндан әүәләгән, шуға ла оҡшашлыҡ әллә ни юҡ. Уның өҫтөндә эшләргә лә, эшләргә әле, тигән оҫта.

Юра Шатунов - микрофон, ә Сергей Кузнецов ҡағыҙ тотоп, ҡосаҡлашып торған һәйкәл быйыл 6 сентябрҙә, йырсының тыуған көнөндә асылыр, тип көтөлә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, популяр йырсы - уҙған йәй, ә уны халыҡҡа сығарыусы Кузнецов 5 айҙан һуң вафат булды.

Автор:Әлмира Әйүпова
Читайте нас