Яңылыҡ
28 Февраль 2023, 17:42

АШЫҒЫС ХӘБӘР!

Башҡортостанда 1 мартта хәбәр итеү системаһын тикшереү планлаштырылыуы хаҡында хәбәр иткәйнек. Иртәгә үтәсәк был сара кисектерелде.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты тикшереүҙе кисектереү хакер атакаларына бәйле булыуын хәбәр итә. Мәғлүмәт өсөн, хакер атакалары 22 һәм 28 февралдә теле-һәм радиоканалдар аша таралды һәм улар ялған ине.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, тикшереү барышында теле-радиоэфирҙа тикшереү сигналдары һәм халыҡ өсөн мәғлүмәт электросирена менән оҙатылырға тейеш ине. Иртәгә улар береһе лә булмаясаҡ. 

Тикшереү ҡасан үтәсәге хаҡында хәбәр итербеҙ.

 

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас