Яңылыҡ
6 Март 2023, 15:35

Хәҙер Өфөнән Белоруссияның баш ҡалаһына ике сәғәт ярымда барып етергә мөмкин

Өфөнән Минскиға тәүге самолет осто

Хәҙер Өфөнән Белоруссияның баш ҡалаһына ике сәғәт ярымда барып етергә мөмкинХәҙер Өфөнән Белоруссияның баш ҡалаһына ике сәғәт ярымда барып етергә мөмкин
Хәҙер Өфөнән Белоруссияның баш ҡалаһына ике сәғәт ярымда барып етергә мөмкин

Бөгөн Red Wings авиакомпаняһы Өфөнән Белоруссияның баш ҡалаһына — герой-ҡала Минскиға тәүге даими рейс асты. Был хаҡта Өфө аэропортының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр, тип яҙа “Башинформ”.

Рейс аҙнаһына бер тапҡыр, дүшәмбе көндәрендә башҡарыла. Юлға 2 сәғәт 30 минут ваҡыт китә.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, Өфөнән Минскиға тура авиарейстар — принципиаль мәсьәлә.

«Республикабыҙ һәм Белорусь араһында тығыҙ, партнерлыҡ мөнәсәбәттәре булдырылды, — тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. — Беҙ сауҙа, сәнәғәт, мәҙәниәт, туризм өлкәһендә ныҡлы бәйләнештәрҙе яйға һалдыҡ. Уларҙы артабан да үҫтерергә ниәтләйбеҙ. Июндә Өфөлә ике ил төбәктәре форумы бының өсөн тағы ла бер етди этәргес булыр тип көтәбеҙ».

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас