

Башҡортостандың халыҡ шағиры, тәржемәсе һәм журналист, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыу уңайынан шағирҙың тормошона һәм ижадына арналған ramigaripov.ru интернет сайты булдырылды. Проекттың презентацияһы үткән аҙнала “Башинформ” агентлығының конференц-залында үтте.
Сайт башҡорт һәм рус телдәрендә булдырылған. Уның “Ижад” бүлегендә шағирҙың әҫәрҙәре, хаттары, йыйынтытары, ҡулъяҙмалары, көндәлектәре, медиа бүлегендә фотоһүрәттәр, видео һәм аудиояҙмалар урынлаштырылған. Сайтты Рәми Ғарипов исемендәге башҡорт республика гимназия-интернаты уҡыусылары тулыландыра.