РФ Тәфтиш комитетының Башҡортостан идаралығы хәбәр итеүенсә, былтыр декабрҙә Бөрйән районының Байғаҙы ауылы янындағы урманда айыуҙы атып алғандар. Браконьерҙарҙың ҡорал менән ҡулланыуға ла, айыуҙы атыуға ла рөхсәте ҡағыҙы булмаған. «Был ваҡытта урманды законһыҙ ҡырҡыуға ҡаршы рейд барған була. Хоҡуҡ һаҡсылары айыуҙы тунап ятҡан ирҙәргә барып юлыға», — тип хәбәр итәләр Тәфтиш комитетынан. Браконьерҙар тәбиғәткә 180 мең һум күләмендә зыян килтерә. Уларға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған (РФ ЕК-ның 258-се ст-һы). Сығанаҡ: "Башҡортостаным янылыктары"