

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө иртә Шайморатов урамында йәшәүсе ғаилә өсөн насар башланды - уларҙың аш-һыу бүлмәһендә янғын сыҡты. Тиҙ арала килеп еткән янғын һүндереүселәр көсө менән ут тиҙ арала һүндерелде, башҡа бүлмәләргә күсеп өлгөрмәне. Шулай ҙа зыян күреүсе бар - йорт хужабикәһе тәне бешеү һөҙөмтәһендә Стәрлетамаҡ ҡалаһы дауаханаһына оҙатылды.
Әлеге ваҡытта ваҡиға буйынса тикшереү эштәре бара. Янғындың яҡынса сәбәбе - ут менән һаҡһыҙ эш итеү.