Яңылыҡ
16 Март 2023, 06:10

Башҡортостанға аҡҡоштар ҡайта башланы

Ҡоштарҙы тәүгеләрҙән булып Көйөргәҙе районында күргәндәр

Башҡортостанға аҡҡоштар ҡайта башланыБашҡортостанға аҡҡоштар ҡайта башланы
Башҡортостанға аҡҡоштар ҡайта башланы

Республикаға йылы яҡтан аҡҡоштар ҡайта башланы. Ҡоштарҙы тәүгеләрҙән булып Көйөргәҙе районының Ермолаев ауылында йәшәүселәр күргән. «Башинформ» агентлығына хәбәр итеүенсә, матурҡайҙар Шотт паркында төпләнгән. Социаль селтәргә һалынған видеояҙмала күренеүенсә, аҡҡоштарға икмәк ашаталар. Йылға боҙҙан асылып бөтмәһә лә, ҡоштар биләмәне үҙләштерә һәм тирә-яҡты өйрәнә башлаған.

Фото:Юлай Ильясов/vk.com

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас