

Рәсәйҙә 2012 һәм 2013 йылдарҙа алынған водитель танытмаларының ғәмәлдә булыу мөҙҙәте өс йылға оҙайтылды.
Был хаҡта РФ Эске эштәр министрлығы етәксеһе Владимир Колокольцев ведомство коллегияһының киңәйтелгән ултырышында хәбәр итте. Документтың яраҡлылылыҡ мөҙҙәте өс йылға автоматик рәүештә оҙайтыла. Транспортҡа идара итеү хоҡуғы биргән танытма мөҙҙәте 2022 йылдың 1 ғинуарынан 2023 йылдың 31 декабренә тиклем тамамланған водителдәргә “Госуслуги” аша ғариза бирергә һәм ЮХХДИ-ға барырға кәрәкмәй.