

«Сәнәғәт өлкәһен үҫтереү маҡсатында беҙ инвестиция саралары булдырҙыҡ. Республика инвестициялар буйынса милли рейтингта илдең биш лидер өлкәһе араһында үҙ позицияһын һаҡлай. Уҙған йылда тәү тапҡыр 500 миллиард һумлыҡ инвестиция йәлеп ителде, 5,9 процентҡа үҫеш күҙәтелә. Дөйөм алғанда, был өлкәләге эшмәкәрлек дүрт йыл эсендә 40 процентҡа артты. Был - илдәге иң юғары күрһәткестәрҙең береһе. Шулай итеп, сәнәғәт үҫеше, яңы производстволар асыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылды,» - тине Радий Фәрит улы.