Яңылыҡ
4 Апрель 2023, 06:05

Башҡортостан йылғаларында һуңғы тәүлектә һыу иң күбе 56 сантиметрға күтәрелгән

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Кирилл Первов БСТ телеканалында яҙғы ташҡын буйынса көнүҙәк мәғлүмәт бирҙе

Башҡортостан йылғаларында һуңғы тәүлектә һыу иң күбе 56 сантиметрға күтәрелгәнБашҡортостан йылғаларында һуңғы тәүлектә һыу иң күбе 56 сантиметрға күтәрелгән
Башҡортостан йылғаларында һуңғы тәүлектә һыу иң күбе 56 сантиметрға күтәрелгән

Уның әйтеүенсә, һуңғы тәлектә һыуҙың иң ныҡ күтәрелеүе Ҡариҙел йылғаһында – Благовещен районының Ухман ауылында 325 см кимәлендә (+ 56 см, имен булмаған кимәл – 1072 см); Ҡариҙел йылғаһында – Благовещен районының Ахлыстин ауылында 333 см кимәлендә (+ 52 см, имен булмаған кимәл – 1078 см) теркәләгән.

Кирилл Первов әйтеүенсә, Башҡортостанда Павловка, Нөгөш, Йомағужа һыуһаҡлағыстарында автоматик гидропостар барлыҡҡа килгән, хәҙер улар бөтәһе 57.

Республика халҡы һыу кимәле күтәрелеүен Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты сайтында “Ташҡын” системаһы ярҙамында онлайн режимда мониторлай ала, һылтанма: http://portal.introgis.com/CoGIS/FloodRB#

2023 йылдың 4 апреле иртәһенә Башҡортостанда 9 муниципалитет биләмәһендә һыу баҫыу осраҡтары күҙәтелә: Сибай, Өфө ҡалаларында, Баймаҡ, Белорет, Бишбүләк, Иглин, Күгәрсен, Көйөргәҙе һәм Миәкә райондарында.

Фото: "Башинформ".

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас