

Башҡортостанда Ейәнсура районында имен булмаған һауа торошо шарттарына бәйле Үрге Һарыбил – Ҡыуандыҡ (0-дән 55сегә тиклем км), “Магнитогорск – Ира (241-287 км) трассаларында бөтә төр транспорт өсөн хәрәкәтте сикләү оҙайтылды.
“Бөтә төр транспорт өсөн хәрәкәтте сикләү 15 апрелдең 18 сәғәтенә тиклем оҙайтыла. Сикләүҙе туҡтатыу ваҡыты үҙгәртелергә мөмкин”, – тип хәбәр иттеләр “Башинформ”ға республика транспорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.