

Рәсәй Президенты Владимир Путин хәрби бурыслыларҙың берҙәм реестрын булдырыу һәм электрон саҡырыу ҡағыҙҙары индереү тураһында законға ҡул ҡуйҙы. Документ кисә рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылды.
Яңы законға ярашлы, хәрби иҫәп реестры хәрби комиссариаттар тарафынан хөкүмәт билдәләгән тәртиптә, дәүләт мәғлүмәт ресурсы мәғлүмәттәре нигеҙендә автоматлаштырылған режимда формалаштырыла.
Ҡағыҙ повесткаларҙан тыш граждандарға электрон саҡыртыуҙар ебәрелә башлаясаҡ. Электрон саҡырыу ҡағыҙы “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында урынлаштырылған мәлдән алып кешегә тапшырылған, тип иҫәпләнәсәк. Аныҡланыуынса, әгәр повестка яҙма йәки электрон формала тапшырылмаған, тип иҫәпләнһә, ул, саҡырыу ҡағыҙҙары реестрында урынлаштырылған көндән алып ете көн үткәс, тапшырылған тип иҫәпләнә.
Законда шулай уҡ хәрби хеҙмәттән ҡасыусылар өсөн яуаплылыҡ саралары ҡарала. Мәҫәлән, повестка алыу датаһынан һуң 20 көн эсендә хәрби комиссариатҡа килмәгән граждандарға транспорт сараһына идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителеү янай.