Яңылыҡ
17 Апрель 2023, 13:05

Республикала яңы дәүләт наградаһы булдырыла

Башҡортостанда генерал Миңлеғәле Шайморатов миҙалын булдырырға тәҡдим итәләр.

Республикала яңы дәүләт наградаһы булдырылаРеспубликала яңы дәүләт наградаһы булдырыла
Республикала яңы дәүләт наградаһы булдырыла

 

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы депутаттары закон проекты менән республикала яңы дәүләт наградаһын — генерал Шайморатов миҙалын булдырырға тәҡдим итә.

Республика парламенты рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, был награда йәмәғәт тәртибен һаҡлағанда, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә кешеләрҙе ҡотҡарғанда, ғүмер өсөн хәүефле шарттарҙа хәрби, гражданлыҡ йәки хеҙмәт бурысын үтәгәндә күрһәткән ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ өсөн тапшырыла.

Бер үк ваҡытта закон проекты менән ошо исемдәге орден менән бүләкләү өсөн нигеҙҙәр аныҡлана.

«Генерал Шайморатов ордены республиканың ошо уҡ исемдәге миҙалға ҡарата юғары дәүләт наградаһы булыр тип күҙ уңында тотола, — тине Константин Толкачев. — Орден менән ғүмер өсөн хәүефле шарттарҙа хәрби, гражданлыҡ йәки хеҙмәт бурысын үтәгәндә фиҙаҡәрлек һәм батырлыҡ күрһәткән граждандар бүләкләнә».

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас