Яңылыҡ
18 Май 2023, 07:45

Өфөлә халыҡ-ара китап йәрминкәһе уҙасаҡ

26-28 майҙа Өфөлә тәүгә “Китап байрамы” тип аталған халыҡ-ара китап йәрминкәһе уҙасаҡ. Сара бер нисә майҙанда – БР Милли китапханаһы,  Ә.-З. Вәлиди исемендәге Милли китапханала, Башҡорт дәүләт педагогия университетында, шулай уҡ нәшриәттәрҙә һәм китап магазиндарында ойоштороласаҡ.

Өфөлә халыҡ-ара китап йәрминкәһе уҙасаҡӨфөлә халыҡ-ара китап йәрминкәһе уҙасаҡ
Өфөлә халыҡ-ара китап йәрминкәһе уҙасаҡ

Был сараның маҡсаты – уҡыуҙы популярлаштырыу, яңы китаптар хаҡында белдереү, йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләү. Йәрминкә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса уҙғарыла.  Ойоштороусылары – БР Мәҙәниәт министрлығы, БР Сауҙа министрлығы һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас