Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
20 Май 2023, 12:55

Яҡташыбыҙ “Тауыш” телешоуы финалына сыҡты

Эльмира Диваева Жанна Фриске репертуарынан йыр башҡарҙы

Яҡташыбыҙ “Тауыш” телешоуы финалына сыҡты
Яҡташыбыҙ “Тауыш” телешоуы финалына сыҡты

Яҡташыбыҙ Эльмира Диваева “Тауыш” телшоуының финалына сыҡты, тип хәбәр итә “Башинформ”.

Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуып үҫкән ҡыҙ Жанна Фриске репертуарынан «А на море белый песок» йырын башҡарҙы.

Эльмира үҙенең Владимир Пресняков командаһындағы дәғүәселәрен тамашасылар тауыш биреүе стадияһында уҡ уҙып китте. Пресняков иһә уға үҙ тауыштарының яртыһын бирҙе.

Һарытауҙан Һарытауҙан Алина Бахшалиева һәм Сочиҙан Маргарита Багдасарян Эльмираның дәғүәселәре булып торҙо.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: