Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
30 Май 2023, 14:10

Башҡортостанда барлыҡ пилотһыҙ осоу аппараттарын файҙаланыу тыйылған

Республика күге нисек һаҡланыуы тураһында һорауға яуап бирелде

Башҡортостанда барлыҡ пилотһыҙ осоу аппараттарын файҙаланыу тыйылған
Башҡортостанда барлыҡ пилотһыҙ осоу аппараттарын файҙаланыу тыйылған

Бөгөн, 30 майҙа, “Рәсәй” медиаүҙәгендә янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә арналған брифингта республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов Башҡортостан территорияһында барлыҡ пилотһыҙ осоу аппараттарын файҙаланыу туҡтатылыуы тураһында белдерҙе. Брифингта беспилотниктарҙың Мәскәүгә һәм Мәскәү янына бөгөнгө һөжүме айҡанлы Башҡортостан күге нисек һаҡланыуы, граждандар әгәр дрондар күрһә, нимә эшләргә тейешлеге тураһында һорау бирелгәйне.

«Из той обстановки, какая складывается, в целях обеспечения безопасности жителей республики у нас указом Главы республики принято решение о приостановке всех БПЛА на территории Башкортостана. Только специальная рабочая комиссия рассматривает вопросы – дать разрешение-допуск беспилотнику. Мы комиссионно, с правоохранительными органами рассматриваем каждую заявку от предприятий и организаций, чтобы в дальнейшем дать разрешение на использование его в определенные сроки. Беспорядочные пролеты немедленно будут пресекаться, виновных привлекут к административной ответственности, - заявил Ирек Сагитов. - Если жители что-то заметили подозрительное, то им стоит незамедлительно сообщить об этом в 112 или в полицию. Будут незамедлительно приняты меры».

Фото: Ксения Калинина / "Башинформ".

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: