

Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы минималь эш хаҡы күләмен 2024 йыл башынан 18,5 процентҡа – 19 242 һумға тиклем арттырыу тураһында закон проекты әҙерләне.
Документ норматив хоҡуҡи акттар порталында баҫылған. Хеҙмәт министрлығы сайтында күрһәтелеүенсә, МРОТ-ты арттырыу өсөн бөтә кимәлдәге бюджеттарҙан 75,9 миллиард һум, бюджеттан тыш секторҙан 47,4 миллиард һум йүнәлтеләсәк. Был инициатива һөҙөмтәһендә 4,8 миллион хеҙмәткәрҙең эш хаҡы артасаҡ, тип белдерҙеләр веомствоның матбуғат хеҙмәтендә.
2023 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә минималь эш хаҡы күләме 16 242 һум тәшкил итә.