

Төрлө маркалы 90-лаған автомобиль бөгөн Ейәнсура район ерлеге аша Элмәле, Ағурҙа ауылдары, элекке Глинка һәм Ҡойобар ауылдары урындары аша үтеп, тау һырттарынан тураға Үрге Аҡбирҙе ауылы эргәһендә финиш һыҙатына туҡтап китте.
"Беҙгә Ейәнсураның хозур тәбиғәтен күреү, ҡунаҡсыл халҡы менән аралашыу артабан да ярышта уңышлы ҡатнашырға көс бирҙе. Бындағы халыҡтың ябай, эскерһеҙ булыуы, төрлө йолаларҙы тотоп йәшәүе оҡшай. Артабан юлыбыҙ Ырымбур өлкәһе аша үтәсәк. Ә беҙҙең егеттәр өсөн +40 градус артыҡ ҡурҡыныс түгел, күптәре Атакама сүллегендә булып, 50 градус эҫелектә лә еңеп ҡайттылар! "Ебәк юл" раллиһында ҡатнашыусыларҙы ҡаршылау кимәленә килгәндә бик яҡшы итеп ойошторолған, икмәк-тоҙ, сәк-сәк, йыр-моң менән ҡаршылауҙары, халыҡтың ҡыуаныслы йөҙҙәрен күреү оҡшаны!" - тине Владимир Геннадьевич.
Артабан ралли юлын Ырымбур өлкәһе буйлап дауам итәсәк. Был иҫтәлекле ваҡиғаны күрер өсөн күрше-тирә ауылдарҙан ғына түгел, бөтә райондан байтаҡ халыҡ йыйылды. Көндөң үтә эҫе тороуы ла халыҡты ҡурҡытманы. Телевизор аша ғына күргән ят-ят техниканы күреп, ҡайһы берҙәр раллила ҡатнашыусы водителдәр менән иҫтәлеккә фотоға ла төштөләр.