

Башҡортостан территоияһында өс урында урмандар яна, янғындарҙың дөйөм майҙаны 2053,8 га Был хаҡта, Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса БР дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә таянып, “Башинформ” хәбәр итте
Янғындарҙың икәүһе Белорет районында – 1664,5 һәм 312,3 га. Тағы Бөрйән райнында 77 га урман яна. Улар барыһы ла “йүгәнләнгән”, артабан таралыуына юл ҡуйылмай. Өс янғынды һүндереүҙә 144 кеше һәм 53 техника ҡатанаша.
“Күпселек осраҡта урман янғындары кешенең ут менән һаҡһыҙ эш итеүе арҡаһында сыға”, – тип белдерҙеләр ведомствола.