

«Һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү 2.0» программаһы сиктәрендә 2024 йылда 4G (LTE) интернетын үткәреү өсөн ауылдарҙы һайлап алыу буйынса тауыш биреү өсөн махсус сервис эшләй башланы, тип хәбәр итә “Башинформ”. Сервистың адресы: https://www.gosuslugi.ru/inet. 100-ҙән 500-гә тиклем кеше йәшәгән ауылдарға юғары тиҙлекле мобиль интернет килә. Онлайн-тауыш биреү 13 авгусҡаса бара. Почта аша ебәрелгән хат 10 сентябргә хәтлем ҡабул ителә.
Тауыш биреүҙә илдең бәлиғ булған граждандары ҡатнаша ала.
Шулай уҡ түбәндәге адресҡа Рәсәй почтаһы аша ғариза ебәреп, тауыш бирергә була: 123112, г. Москва, Пресненская набережная, дом 10, стр. 2. Үҙ исемеңдән йәки күмәк ғариза яҙырға мөмкин. Хатта тауыш биреүсенең исем-шәрифен, адресын, ҡайһы ауыл өсөн тауыш биргәнен күрһәтергә кәрәк.