

Һүҙ Рәсәйҙең милли валютаһының өҫтәлмә формаһы тураһында бара. Хәҙер Рәсәй һумының өс формаһы буласаҡ: ҡулаҡса, ҡулаҡсаһыҙ һәм һанлы. Ул 2023 йылдың 1 авгусынан индереләсәк яңы аҡса форматы менән операцияларҙы һанлы һум платформаһы – махсус мәғлүмәт системаһы ярҙамында башҡарырға мөмкин буласаҡ, законда уның операторы итеп Рәсәй Банкы билдәләнгән.
Документтан күренеүенсә, һанлы һум түләмдәр һәм күсереүҙәр өсөн файҙаланыласаҡ. Был формалағы аҡса менән вклад асыу йәки кредит мөмкинлеге биреү ҡаралмай.
Һанлы һумды мираҫҡа ҡалдырырға мөмкин буласаҡ. Уның тәртибе РФ хөкүмәте тарафынан Рәсәй Банкы менән килешеү буйынса билдәләнәсәк.