Яңылыҡ
30 Август 2023, 06:05

1 сентябрҙә хәмер һатылмай

...

1 сентябрҙә хәмер һатылмай1 сентябрҙә хәмер һатылмай
1 сентябрҙә хәмер һатылмай

Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығында белдереүҙәренсә, 1 сентябрҙә республика магазиндарында иҫерткес эсемлектәр һатыу тыйыла.

Ведомство хәбәр итеүенсә, «Хәмерһеҙ көн» Белем көнөнә арналған саралар ваҡытында йәмәғәт тәртибен тәьмин итеү өсөн индерелә.

Тыйыу, йәмәғәт туҡланыуы нөктәләрендә алкоголь продукцияһын берәмләп һатыуҙан тыш, барлыҡ сауҙа нөктәләренә (магазиндарға) ҡағыла.

Республикала шулай уҡ Яңы йыл каникулында, Һуңғы ҡыңғырау байрамында, Йәштәр көнөндә, һабантуй көндәрендә алкоголь һатырға ярамай.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас