

Ҡатыҡ күптән инде милли ризығыбыҙға әйләнгән. Республикабыҙҙың күп кенә райондарында был ризыҡҡа арнап тотош байрамдар ойошторола. Бына 23 сентябрҙә Шишмә районында ла Ҡатыҡ байрамы ойошторола, тип хәбәр итә “Башҡортостан” гәзите республика Мәҙәниәт министрлығына һылтанма менән.
Байрам барышында биҙәү-ҡулланма сәнғәте менән шөғөлләнгән оҫталар, кәсепселәр күргәҙмә-сауҙа сараһы ла ойоштора. Теләүселәр милли аш-һыу әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша ала.
Байрамға килгән ҡунаҡтар Башҡортостандың иң яҡшы милли ижади коллективтарының бай концерт программаһын да ҡарап кинәнер.
Бындай байрамдар Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли аш-һыуы традицияларын тергеҙеүгә, һаҡлауға, йәш быуынды үҙ халҡының мәҙәниәтенә һәм традицияларына ылыҡтырыуға йүнәлтелгән булыуы менән мөһим.
Һүрәттә: Шишмәләге башҡа йылдарҙа үткәрелгән байрамдан күренеш