Яңылыҡ
3 Сентябрь 2023, 06:05

Хакимиәт башлығы рельстарҙы һатҡан

...

Хакимиәт башлығы рельстарҙы һатҡанХакимиәт башлығы рельстарҙы һатҡан
Хакимиәт башлығы рельстарҙы һатҡан

Әлшәй районында бер ауыл биләмәһе башлығы урлашыу тураһында енәйәт эшендә әйберләтә дәлил булып торған рельстарҙы металл һыныҡтары ҡабул итеү пунктына тапшырған.

Республика Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, “Башинформ” хәбәр итеүенсә, полиция хеҙмәткәрҙәре ауыл советыныҡы булған рельстарҙы ғәйепләнеүсегә һаҡлауға ҡалдырған. Тикшереү барған ваҡытта ул рельстарҙың һаҡланыуын тәьмин итергә тейеш булған. Башлыҡ хөкөм ҡарары сығарылыуын көтөп тормаған һәм уларҙы металл һыныҡтары ҡабул итеү пунктына тапшырып, аҡсаһын үҙ мохтажлыҡтарына тотонған.

Ғәйепләнеүсе үҙенең ғәйебен таныған һәм аҡсаны ҡайтарған. Енәйәт эше судҡа тапшырылған.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас