Яңылыҡ
12 Сентябрь 2023, 11:35

Чиновниктар Рәсәй автомобилдәрендә йөрөйәсәк

Путин Рәсәй чиновниктары ватан автомобилдәрендә йөрөйәсәге тураһында белдерҙе

Чиновниктар Рәсәй автомобилдәрендә йөрөйәсәкЧиновниктар Рәсәй автомобилдәрендә йөрөйәсәк
Чиновниктар Рәсәй автомобилдәрендә йөрөйәсәк

Рәсәй Президенты Владимир Путин яҡын арала Рәсәй чиновниктары иномаркаларҙы ҡулланыуҙан туҡтап, ватан автомобилдәренә күсеп ултырасаҡтар, тип белдерҙе.

Көнсығыш иҡтисад форумында сығыш яһағанда дәүләт етәксеһе 1990-сы йылдарҙағы чиновниктарҙы Рәсәй автомобилдәренә ултыртыу буйынса ғәәмәлгә ашырылмаған программанан айырмалы был юлы бөтәһе лә “килеп сығыр”, тип ышана.

“Ул саҡта машиналар ҙә булманы. Улар, бәлки, “Мереседес” һәм “Ауди” һымаҡ уҡ түгелдер ҙә, әммә бында беҙгә үҙҙәрендә сығарылған автотранспортҡа баҫым яһаған Һиндостандан өлгө алырға кәрәк. “Аурус” әҙ етештерелгән өсөн ҡиммәт тора, серияға китһә, ике тапҡырға арзаныраҡ буласаҡ. Шулай уҡ “Москвич” һәм “Лада” үҫешәсәк.

Президент чиновниктарҙы Рәсәй машиналарына күсереү алыҫ киләсәк түгел, ә “хәҙер үк” ғәмәлгә инәсәк программа булыуын да билдәләне.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас