Яңылыҡ
27 Сентября 2023, 13:11

Урынбаҫар һәм башлыҡтар алышынды

Район хакимиәте башлығының урынбаҫары – Төҙөлөш, архитектура һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы бүлеге начальнигы итеп Роберт Рәүф улы Мәсәғүтов тәғәйенләнде.

Урынбаҫар һәм башлыҡтар алышындыУрынбаҫар һәм башлыҡтар алышынды
Урынбаҫар һәм башлыҡтар алышынды

19 сентябрҙә Ҡаҙанболаҡ ауыл биләмәһенең 26-сы саҡырылыш Советының беренсе ойоштороу ултырышы үтте. Унда ауыл биләмәһе башлығы итеп Виктор Николаевич Игнатьев һайланды.

Шул уҡ көндә Үтәғол ауыл биләмәһенең 29-сы саҡырылыш Советының да беренсе ойоштороу ултырышы үтеп, Денис Фәнис улы Дәүләтбәков ауыл биләмәһе башлығы итеп һайланды.

Һүрәм ауыл биләмәһенең 5-се саҡырылыш Советының 20 сентябрҙә үткән беренсе ойоштороу ултырышында ла шулай уҡ яңы башлыҡ һайланды: был вазифаны Азамат Фәйзулла улы Батыршин башҡарасаҡ.

27 сентябрҙә Иҫәнғол ауыл биләмәһенең сираттан тыш үткәрелгән ултырышында ауыл биләмәһенә яңы башлыҡ – Юрий Александрович Барсуков һайланды.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас