+24 °С
Дождь


“Башҡортостан” милли паркы дирекцияһы социаль селтәрҙә фотоловушкаға эләккән ҡыҙыҡлы яңы видео менән уртаҡлашты. Камера айыуҙың төнгө бейеүен видеоға төшөргән. Кадрҙарҙа күренеүенсә, айыу, артҡы аяҡтарына баҫып, бейеүҙе хәтерләткән хәрәкәттәр яһай. Аҙаҡ кире дүр аяғына баҫып, урманға инеп юғала.