Яңылыҡ
4 Октябрь 2023, 07:05

Радий Хәбиров Башҡортостан хөкүмәтенең өс ағзаһын вазифаһынан бушатты

...

Радий Хәбиров Башҡортостан хөкүмәтенең өс ағзаһын вазифаһынан бушаттыРадий Хәбиров Башҡортостан хөкүмәтенең өс ағзаһын вазифаһынан бушатты
Радий Хәбиров Башҡортостан хөкүмәтенең өс ағзаһын вазифаһынан бушатты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указдары менән республика хөкүмәтенең өс ағзаһы: вице-премьер Илшат Тажетдинов, мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров вазифаларынан бушатылды. Ярашлы документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылды.

Указдарҙа күрһәтелеүенсә, чиновниктар БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары итеп һайланыуға бәйле вазифаларынан бушатылған.

Фото: ИА «Башинформ»

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас