+24 °С
Ямғыр


10 октябрҙә Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ҡыҫҡартылған эш көнө көтә. Был хаҡта республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында белдерҙеләр.
11 октябрь – Республика көнө Башҡортостанда байрам һәм ял көнө булып тора. Быйыл ул шаршамбыға тура килә. Шишәмбелә, 10 октябрҙә, эш көнө оҙонлоғо бер сәғәткә ҡыҫҡартыла.