

Башҡортостанда үткән тәүлектә 82 кешегә коронавирус инфекцияһы диагнозы ҡуйылған, тип хәбәр итте “Башинформ” республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына һылтанма менән. Хәҙерге ваҡытта 86 пациент, шул иҫәптән 56 оло йәштәгеләр стационарҙа COVID-19-ҙан дауалана. Амбулатор дауаланыусылар һаны – 897 кеше, шуларҙың 305-е ололар.
Башҡортостанда коронавирус менән ауырыусылар һаны арта барыуы күҙәтелә, 4 октябрҙә ул – 65, 5-ендә – 75, 6 октябрҙә 78 кешелә асыҡланғайны.
Фото: «Башинформ.