Яңылыҡ
25 Октябрь 2023, 04:36

Шәлселәр, был конкурс тап һеҙҙең өсөн!

24 ноябрҙә район мәҙәниәт йортонда уҙасаҡ "Башҡорт шәле" асыҡ фестиваль-конкурсына ғаризалар ҡабул ителә башланы.

Шәлселәр, был конкурс тап һеҙҙең өсөн!Шәлселәр, был конкурс тап һеҙҙең өсөн!
Шәлселәр, был конкурс тап һеҙҙең өсөн!

Конкурста айырым ҡатнашыусылар ҙа, халыҡ кәсептәре предприятиелары ла ҡатнаша ала.

Шәлселәр, тамашасылар! Бында һеҙҙе бик шәп программа көтә: дебеттән бәйләнгән әйберҙәр йәрминкәһе, иң яҡшы әйбер оҫтаһы конкурсы, дебет әйберҙәрҙән иң яҡшы экспозиция, 35 йәшкә тиклемгеләр араһында шал ситен ваҡытҡа бәйләү, шал бәйләү өсөн ҡорамалдар әҙерләү конкурсы һәм оҫталыҡ дәрестәре.

✅ Ҡатнашыуға ғаризалар mukrdk-zian@mail.rumaukrdk-zian@mail.ru электрон адрестарына ҡабул ителә

☎Белешмә өсөн телефон һандары: 8(347)85-2-26-19, 2-13-96.

Положение республика халыҡ ижады үҙәге сайтында: https://clck.ru/3655nt.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас