Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
3 Ноябрь 2023, 12:40

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы «Милләт ғорурлығы - 2023» Бөтә Рәсәй премияһы еңеүсеһе булды

...

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы «Милләт ғорурлығы - 2023» Бөтә Рәсәй премияһы еңеүсеһе булды
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы «Милләт ғорурлығы - 2023» Бөтә Рәсәй премияһы еңеүсеһе булды

Учалы ауылы башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлдәр Хәкимова «Милләт ғорурлығы - 2023» Бөтә Рәсәй премияһының «Туған телдәрҙе һаҡлауға һәм үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн» номинацияһында еңеү яуланы. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы 2 ноябрҙә Мәскәүҙә үтте. Был хаҡта Башҡортостандың Мәғариф министрлығы хәбәр итте, тип яҙа “Башинформ”.

Гөлдәр Хәкимованың эшмәкәрлеге башҡорт телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә, уҡыусыларҙың тыуған яҡ тарихы буйынса белемен тәрәнәйтеүгә, башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәренә, йолаларына, уның мәҙәниәтенә һөйөү һәм хөрмәт тойғоһо тәрбиәләүгә йүнәлтелгән.

Педагог һәм остаз йылында Гөлдәр Хәкимова туған башҡорт телен өйрәнеүҙе ойоштороуҙа, милли рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлауҙа уңыштары һәм эшендәге юғары күрһәткестәре өсөн «Башҡортостандың мәғариф отличнигы» билдәһе менән бүләкләнгән, «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған.

Фото: Башҡортостандың Мәғариф министрлығы.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: