+1 °С
Ҡар
Өфөнөң 17-се балалар дауаханаһы хирургтары 12 йәшлек малайҙан тимер пуля сығарған, тип яҙа “Башинформ”.
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин үҙенең телеграм-каналында хәбәр итеүенсә, үҫмер ике ай буйына эйәге шешеп йөрөгән. Аҙаҡ ҡына ата-әсәһе табиптарға мөрәжәғәт иткән. Хирургтар баланың эйәгендәге ят есемде операция юлы менән алған.
Хәҙер уҡыусының хәле яҡшы, ул өйөндә. Малайға пуляның нисек эләгеүе тураһында мәғлүмәт юҡ.
Фото: Айрат Рәхмәтуллин, телеграм-канал