Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
8 Ноябрь 2023, 12:35

Пенсионерҙарҙың бер категорияһына 7500 һум өҫтәмә индерергә тәҡдим ителде

...

Пенсионерҙарҙың бер категорияһына 7500  һум өҫтәмә индерергә тәҡдим ителде
Пенсионерҙарҙың бер категорияһына 7500 һум өҫтәмә индерергә тәҡдим ителде

Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты Яна Лантратова РФ вице-премьеры Татьяна Голиковаға өс һәм унан күберәк бала аҫраған пенсионерҙарға 70 йәш тулғас, пенсияларына өҫтәмә индерергә тәҡдим итте. Был хаҡта РИА Новости хәбәр итте.

Хәҙер закон буйынса 80 йәше тулған йәки I төркөм инвалиды булған граждандар ҡартлыҡ буйынса страхвка пенсияларына икеләтә күләмдә билдәләнгән түләм ала.

«Предлагаю дополнить категорию лиц, имеющих право на повышение фиксированной выплаты к страховой пенсии по старости, и включить туда лиц, достигших возраста 70 лет и воспитавших трёх и более детей, в том числе усыновлённых или находящихся под опекой. Они смогут дополнительно получать 7 567 рублей в месяц», — тип мөрәжәғәт итте Яна Лантратова.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас в