Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
23 Ноябрь 2023, 18:10

2024 йылға Башҡортостан бюджеты 10 млрд һумлыҡ дефицит менән ҡабул ителде

Дәүләт Йыйылышының пленар ултырышында Башҡортостан вице-премьеры – финанс министры Лира Иғтисамова республика бюджетының төп күрһәткестәре тураһында һөйләне

2024 йылға Башҡортостан бюджеты 10 млрд һумлыҡ дефицит менән ҡабул ителде
2024 йылға Башҡортостан бюджеты 10 млрд һумлыҡ дефицит менән ҡабул ителде

2024 йылға Башҡортостан бюджетының килем өлөшө – 289 миллиард, 2025 йылда – 285,8 миллиард, 2026 йылда 288,2 миллиард һум күләмендә фаразлана.

Сығымдарға килгәндә, киләһе йылда, план буйынса, улар 299 миллиард һум, ә 2025 һәм 2026 йылдарҙа килемгә тиң була. Был хаҡта “Башинформ” хәбәр итте.

Бөгөн Дәүләт Йыйылышының пленар ултырышында Башҡортостан вице-премьеры – финанс министры Лира Иғтисамова республика бюджетының төп күрһәткестәре тураһында һөйләне.

2024 йылда һалым һәм һалым булмаған килемдәрҙең төп сығанаҡтары: ойошмалар килеменә һалым – 87,8 миллиард һум (дөйөм күләмдән 40,2%); физик шәхестәр килеменә һалым – 59,3 миллиард һум (дөйөм күләмдән 27,2%); нефть продукттарына, ҡаты эсемлектәргә һәм һыраға акциздар 31,6 миллиард һум күләмендә күҙаллана (дөйөм күләмдән 14,5%); милеккә һалым – 16,5 миллиард һум.

2024 йылда килемдең дөйөм күләменән түләүһеҙ керемдәр 70,7 миллиард һум күләмендә күҙаллана. Финанс министры һүҙҙәренсә, был күләм илдең төп финанс документы тураһында законды икенсе уҡыуҙа аныҡлана.

«Өҫтөнлөклө сығымдар социаль составҡа һәм милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға ҡағыла. Республикабыҙ 13 милли проектта ҡатнаша, 48 төбәк проектын ғәмәлгә ашыра. Кеше капиталы, уңайлы мөхит һәм иҡтисади үҫеш менән бәйле милли проекттар өсөн алдағы өс йылда бөтәһе 60,5 миллиард һум йүнәлтеү планлаштырыла», - тип билдәләне хөкүмәт вице-премьеры.

2024 йылда мәғарифҡа 78,2 миллиард йүнәлтеү ҡарала, һаулыҡ һаҡлауға сығымдар – 54,2 миллиард һум, социаль сәйәсәтте бойомға ашырыуға – 43, 1 миллиард, мәҙәниәткә – 10,6 миллиард, физик культураға 5,2 миллиард һум бүленә. Киләһе йылда юл фонды 29,9 миллиард һум, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһы – 26,1 миллиард һум, ә ауыл хужалығы 7,9 миллиард һум алырға тейеш. 32,8 миллиард һум республика адреслы инвестиция программаһын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелә.

Бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы фонды күләме 2024 йылда 131, миллиард һум була. 

2024 йылға республика бюджеты дефициты 10 миллиард һум кимәлендә билдәләнде. 2025 һәм 2026 йылдарға бюджеттың дефицитһыҙ характеристикалары планлаштырыла.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: