-4 °С
Болотло
2024 йыл Рәсәйҙә Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Президент Владимир Путиндың был хаҡта указы 22 ноябрҙә рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылды.
Документта билдәләнеүәнсә, ҡарар ғаиләне яҡлау һәм традицион ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен популярлаштырыу маҡсатында ҡабул ителә.
Хөкүмәткә 27 декабргә тиклем Ғаилә йылын үткәреү буйынса ойоштороу комитетын төҙөү, уның составын раҫлау бурысы йөкмәтелгән.
Тематик йылды ойоштороу өсөн яуаплы комитет рәйесе итеп Рәсәй хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикова тәғәйенләнгән.