Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
5 Декабрь 2023, 13:55

Мәктәптә шартлау яңғыраған

Бөгөн 8:30 сәғәттә Асҡын районы Солтәнбәк ауылындағы мәктәптең ҡаҙанлығында шартлау яңғырай. 

Мәктәптә шартлау булған
Мәктәптә шартлау булған

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы 51 йәшлек ҡаҙанлыҡ операторы тән йәрәхәттәре алған һәм дауаханала йән биргән.

Мәктәптең бер өлөшө емерелгән, бәхеткә күрә уҡыусылар һәм башҡа хеҙмәткәрҙәр иҫән-һау. Дәрестәрҙе туҡтатып мәктәп уҡыусыларын (улар барыһы 40 бала) өйҙәренә ҡайтарылған. 

Ауылдың ңүҙәк урамында урынлашҡан мәктәптәге шартлау урынынан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре хәбәр итеүенсә шартлау яныу менән тамамланмаған. 

Прокуратура хъеҙмәткәрҙәре тикшереү эштәре алып бара. Әлегә шартлау сәбәптәре асыҡланманы, янғын хәүефһеҙлеге һәм хеҙмәт һаҡлау ҡағиҙәләрен үтәү буйынса баһалама бирелде, тип  республика прокуратураһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Фото предоставлено пресс-службой МЧС.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: