Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
8 Декабрь 2023, 17:35

Дәүләт Думаһы пенсионерҙарҙан коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләгәндә комиссия алыуҙы тыйҙы

...

Рәсәйҙә пенсионерҙарҙың  йәшәү шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән яңы закон ҡабул ителде. Дәүләт Думаһы банктарға, кредит ойошмаларына һәм түләү агенттарына пенсионерҙарҙан, ивалидтарҙан, аҙ тәьмин ителгәндәрҙән, һуғыш хәрәкәттәре ветерандарынан һәм башҡа социаль яҡланмаған кешеләрҙән торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләгәндә комиссия алыуҙы тыйыу тураһында ҡарар ҡабул итте.

Был хаҡта Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин үҙенең Телеграм-каналында хәбәр итте, тип яҙа "Ҡыҙыл таң".

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: