Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
8 Декабрь 2023, 12:35

Урман йәнлеге фатирға килеп ингән

...

Урман йәнлеге фатирға килеп ингән
Урман йәнлеге фатирға килеп ингән

Өфөлә ҡотҡарыусыларға бер фатирҙа һыуһар ауларға тура киләгән.

“Кисә кис ҡотҡарыусыларға ярҙам һорап бер ҡыҙ мөрәжәғәт иткән. Ул өйҙә бер үҙе булғанда үҙенең бүлмәһендә сәйер тауыштар ишеткән. Унда ингәс, ниндәйҙер йәнлек йөрөүен күргән. Ҡыҙыҡай юғалып ҡалмаған, ишекте япҡан һәм ҡотҡарыусыларҙы саҡыртҡан”, – тип хәбәр иттеләр Өфөнөң граждандар яҡлау идаралығының матбуғат хеҙмәтендә.

Идаралыҡтың эҙләү-ҡотҡарыу отряды хеҙмәткәрҙәре саҡырылмаған ҡырағай ҡунаҡты биш минтутта тотҡан. Ул һыуһар булып сыҡҡан. Уны урманға алып барып иреккә сығарғандар.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: