Яңылыҡ
18 Декабря 2023, 06:05

Башҡортостанда коронавирустан үлем осраҡтары йышайған

...

Башҡортостанда коронавирустан үлем осраҡтары йышайғанБашҡортостанда коронавирустан үлем осраҡтары йышайған
Башҡортостанда коронавирустан үлем осраҡтары йышайған

 

Башҡортостанда ял көндәрендә коронавирус инфекцияһынан бер пациент вафат булған. Үткән тәүлектә 481 кешегә ковид-19 диагнозы ҡуйылған, шул тиклем үк ауырыу һауыҡҡан.

Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн стационарҙа 254 пациент дауалана, шуларҙың 126-һы 60 йәштән өлкәндәр. Амбулатор дауаланыуҙағы 3693 кешенең 1608-е оло йәштәгеләр.

Коронавирус инфекцияһынан үлем осраҡтар йышайған, тип яҙа “Башинформ”. Ковидтан 13, 14 һәм 15 декабрҙә берәр кеше вафат булған.

Фото: "Башинформ"

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас