Яңылыҡ
25 Декабрь 2023, 09:25

Афарин, ейәнсуралар!

Шахмат буйынса турнирҙың еңеүселәре араһында яҡташтарыбыҙ ҙа бар. 

Афарин, ейәнсуралар!Афарин, ейәнсуралар!
Афарин, ейәнсуралар!

23 декабрҙә күрше Күгәрсен районы үҙәге Мораҡта район-ара Яңы йыл алды баллы шахмат турниры үтте. Унда Күгәрсен һәм Ейәнсура райондарынан 26 иң көслө шахматсы ҡатнашты. 

Көсөргәнешле ярыштар һөҙөмтәһендә Сирғол ауылынан Шәкир Хәсәнов беренсе урынды яулаһа, Мораҡтан Артур Әбдрәхимов икенсе булды. Абзандан Азат Айсулов иһә өсөнсө урынға сыҡты. 

Еңеүселәр бағыусы Николай Хрипуновтан татлы күстәнәс, бал менән, шулай уҡ Йәштәр һәм спорт бүлегенең Маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдар һәм кубоктар менән бүләкләнде.

Яҡташтарыбыҙҙы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ! Афарин!  

 

 

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас