

Башҡортостан юлдаш телеканалының «Сәләм» тапшырыуында Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин Республикаға яңы йыл байрамдарында медицина учреждениеларының эш графигы хаҡында һөйләне, тип хәбәр итте “Башинформ”.
Поликлиникалар 30 декабрҙән 8 ғинуарғаса иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 5-кә тиклем эшләй. Ҡатын-ҡыҙҙар консультациялары — 1-5 ғинуарҙа һәм 8 ғинуарҙа, ә 1-6 ғинуарҙа һәм 8 ғинуарҙа иртәнге 8-ҙән киске 5-кә тиклем медицина тикшереүе һәм диспансеризация үтергә мөмкин.
Ведомство мәғлүмәттәренә ярашлы, был осорҙа стационарҙар, ҡабул итеү бүлексәләре һәм ашығыс медицина ярҙамы тәүлек әйләнәһенә эшләй.