2 ғинуарҙа төндә һәм 3 ғинуарҙа болотло һауа торошо көтөлә. Республикала ҡар, көньяҡ райондарҙа епшек ҡар прогнозлана, тип хәбәр итте МЧС-тың төбәк буйынса баш идаралығы.
Айырым райондарҙа буран, боҙлауыҡ, көньяҡта епшек ҡар сымдарға һәм ағастарға һырый. Юлдарҙа ҡар һырынтылары, тайғаҡ. Ел көнсығыштан, көньяҡ-көнсығыштан секундына 9-14 м, урыны менән 18 метрға тиклем тиҙлектә иҫә.
Һауа температураһы төндә –17...–22, төньяҡ райондарҙа –27...–32 градусҡа тиклем түбәнәйә. Автомобиль юлдарында ҡайһы бер участкаларҙа күреү мөмкинлеге насарая.