Мөхтәр Хөснөлхаҡ улы Әхтәмов 1929 йылдың 15 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Йылайыр кантоны Башҡорт Үргене ауылында тыуған. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, колхозда ябай эшсе, унан хисапсы булып эшләй.
1945—1947 йылдарҙа Абзан урта мәктәбендә уҡый һәм уны тамамлағас, Мырҙабай башланғыс мәктәбендә, Үрген балалар йортонда эшләй.
1950—1954 йылдарҙа армия сафында хеҙмәт итә. Ҡайтҡас, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының тарих-филология факультетына уҡырға инә.
1959 йылда уны Иҫәнғол урта мәктәбенә директор итеп тәғәйенләйҙәр. Шул уҡ йылда Башҡортостандың Мәғариф министрлығына инспектор итеп эшкә алына.
1961—1964 йылдарҙа Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында аспирантурала уҡый, артабан унда ғилми хеҙмәткәр була.
1966 йылда профессор Т. М. Ғарипов етәкселегендә «Хәҙерге башҡорт телендә омонимдар» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.
1972—2013 йылдарҙа Мөхтәр Хөснөлхаҡ улы Башҡорт дәүләт университетында эшләй. 1996 йылда «Хәҙерге башҡорт телендә һүҙ төҙөлөшө» темаһына арналған докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлап, башҡорт һәм дөйөм тел ғилеме кафедраһының профессоры була.
Ғалим 2020 йылдың 19 октябрендә Өфө ҡалаһында вафат булды.
Мөхтәр Әхтәмовтың хеҙмәттәре башҡорт тел ғилеме мәсьәләләренә арналған, күбеһе лексикография һәм лексикология менән тығыҙ бәйле.
«Башҡортса-русса омонимдар һүҙлеге» (1966), «Башҡорт телендәге омонимдарҙың аңлатмалы һүҙлеге» (1986), «Башҡорт теленең антонимдар һүҙлеге» (1973, 1987), «Башҡорт теленең морфемалар һүҙлеге» (1992), «Башҡорт теленең грамматика һүҙлеге» (1994), «Башҡорт теленең кире һүҙлеге» (1999), «Татар теленең кире һүҙлеге» (1999), «Башҡорт теленең грамматика һүҙлеге» (2007) һәм башҡа китаптары беҙҙә генә түгел, барлыҡ төркиәттә киң билдәле.
Юғары уҡыу йорто уҡытыусыһы булараҡ, М. Х. Әхтәмов дәреслектәр һәм уҡыу әсбаптары яҙыуҙа әүҙем эш алып бара.
1978—1980 йылдарҙа «Хәҙерге башҡорт теле» тигән өс киҫәктән торған уҡыу әсбаптары баҫылып сыға.
1986 йылда — «Хәҙерге башҡорт теле. Лексикология» исемле, 2000 йылда иһә — «Хәҙерге башҡорт теле. Ялғауҙар ярҙамында һүҙьяһалыш» тигән, юғары уҡыу йорттары студенттарына тәғәйенләнгән дәреслектәре донъя күрә. Был эшендә ғалим һүҙьяһалыштың тел ғилеменең айырым бүлеге булыуын иҫбатлай.
Мөхтәр Әхтәмов ҡатыны, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Мәйсәрә Сәләхи ҡыҙы һәм улы, математика фәндәре докторы, БДУ профессоры Азамат менән берлектә «русса-башҡортса математика терминдары» һүҙлеген төҙөп баҫтыра (1982, 1993 йылдар).
Мөхтәр Хөснөлхаҡ улы "Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге"н төҙөүҙә лә ҡатнаша. Ул 1981 йылда Мәскәүҙә «Наука» нәшриәтендә баҫылған «Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең грамматикаһы» тигән ҙур хеҙмәт авторҙарының береһе лә. Был эше өсөн уға СССР Халыҡ мәғарифы буйынса дәүләт комитетының премияһы бирелә.
2002 йылда уның «Хәҙерге башҡорт теле. Лексикология, фразеология, лексикография» һәм «Хәҙерге башҡорт теле. Фонетика, графика, орфоэпия, морфемика, морфонология, һүҙьяһалыш» (авторҙашы — проф. Н. Х. Ишбулатов) тигән китаптары донъя күрә. Бында автор башҡорт тел ғилеме мәсьәләләрен хәҙерге фән кимәлендә хәл иткән.
2008 йылда профессор М. Х. Әхтәмовтың «Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәре һүҙлеге» тигән фундаменталь хеҙмәте баҫылып сыға. һүҙлектә бер һүҙ ярҙамында ҡулланылған бөтә мәҡәлдәр, әйтемдәр бергә туплап бирелгән. Мәҫәлән, "икмәк"кә бәйлеләре — 50-нән ашыу. Ошо нигеҙҙә алты мең төп мәҡәл һәм әйтем, уларға ингән 60 мең һүҙ теркәлгән.
Университетта, факультетта ҙур ижтимағи эштәр ҙә алып барған, студенттарҙы һәр яҡлап тәрбиәләүгә күп көс һалған профессор М. Х. Әхтәмовтың хеҙмәте дәүләт тарафынан юғары баһаланды. Ул «1941 — 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» (1945), «Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүгә — 50 йыл» (1995) миҙалдары менән бүләкләнгән.
Уға 1983 йылда — Башҡортостан Юғары Советы Президиумының, 1999 йылда Башҡортостандың Почёт грамоталары тапшырыла. Мөхтәр Хөснөлхаҡ улы — Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәйҙең маҡтаулы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре.
М. Х. Әхтәмов — өс тиҫтәнән күберәк китап һәм дәреслек, 150-нән ашыу ғилми хеҙмәт авторы.